Ҡатай ере. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Ҡатай ере
Ҡатай ғына ере йомшаҡ түгел -
Ҡая ташлы, ыжғыр буранлы.
Әсе йәштәр түгеп аҙашырлыҡ
Мең йәшәгән ҡара урманлы.
Бөгөнгә - яҙ, иртәгеһен үк - көҙ,
Йәй генәһе үткән ни мәлдә?
Ямантауҙың яман һыуығынан
Үҫә алмай хатта имәндәр.
Ҡарағайы әммә, шыршылары
Һөңгө кеүек баҫҡан уратып,
Тураларҙан-тура,
ҡатайҙарса,
Һүҙен тормаҫ урап-суратып.
Төшкән ерем ҡаты, тиеп, әммә
Киленкәйҙәр китмәй төңөлөп:
Һөйкөмлө лә һөйәк ҡатайының
Теле ҡаты, йомшаҡ - күңеле.
«Пилентәге тараҡ палтаһынан
Анта-мынта» көлһөн илдәштәр.
Балта тота белмәҫ - ирме ни ул,
Онотмағыҙ шуны, кәләштәр!
Ҡаты ергә баҫһаң - ышаныслы,
Ныҡлы терәп була арҡаны.
Өрөк төшө кеүек аяулымын,
Ҡатай ере - һин ҡуш ҡалҡаным.

  • * *

Иҙел-Инйәр баштар алған төбәк,
Саф шишмәләр иле - Белорет,
Сәнғәт иҙеле лә Арыҫландан,
Ир Заһирҙан инеш ала бит.
Арғымағы аттың гел юл башлар.
Аға булыр егет ил башлар -
Иҙел башлар ерҙә тыуған ирҙәр
Сәхнә түрҙәренән һүҙ башлар,
Сәнғәт үрҙәренә юл башлар.
Башҡорт илен Заһир моңға күмгән,
Арыҫланы сәхнә һелкеткән,
Ир Салауат булып экрандарҙан
Яугирҙәрҙе алға елкеткән.
Исемдәре есеменә тәңгәл,
Данҡайҙары киткән алыҫҡа.
Моң көмбәҙен нурландырһа Заһир,
Мөбәрәккәй ир ҙә Арыҫлан


2015